3 Бер бөтөн итеп төҙөлгән ҡала Йәрүсәлим!
Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!
Ағын һыуҙарға ашҡынған болан һымаҡ, Күңелем Һиңә ашҡына, Аллам!
Дошмандарым йығылғанын күҙем күрер, Миңә һөжүм иткән яуыздарҙың Ҡолағанын ҡолағым ишетер.
Ул ғәҙеллек юлын һаҡлай, тоғроларының һуҡмағын ҡурсалай.
Шул саҡ юлың имен-аман булыр, аяҡтарың иһә яҙа баҫмаҫ.
сөнки Раббы таянысың булыр, аяғыңды мәкер тоҙағынан һаҡлар.
«Мин Раббы – уның ҡарауылсыһы, Уны гел һуғарып торам. Бер кем дә зарар итмәһен тиеп, Уны көнө-төнө һаҡлайым.
Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.
Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.