Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәбүр 112:4 - Изге Яҙма

4 Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәбүр 112:4
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр, Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор.


Нимә ниәт ҡылһаң, шул ғәмәлгә ашыр, Юлдарыңа нур һирпелер.


Баш осомда шәме яҡтылыҡ тарата, Уның нуры аҫтында ҡараңғылыҡ аша бара инем.


Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!


Алйотлоғом арҡаһында Эренле, һаҫыҡ яраға баттым.


Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр.


Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!


Астар өсөн йәнеңде бирерҙәй булһаң, Иҙелгәнгә нимә кәрәк, шуны бирһәң, Нурың ҡараңғыла балҡып торор, Дөм ҡараңғы ваҡытың да көн үҙәге һымаҡ балҡыр.


Шул саҡ нурығыҙ таң һымаҡ балҡыр, Тиҙ арала шифа табырһығыҙ. Тоғролоғоғоҙ алдығыҙҙан йөрөр, Артығыҙҙан Раббының шөһрәте һаҡлап барыр.


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.


Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем.


Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих арҡаһында ғәфү иткән кеүек, бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.


Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.


Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.


Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.


Алла балалары менән Иблис балалары араһындағы айырма ошонда күренә: ғәҙел эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


Балаларым, һеҙҙе берәйһе алдап ҡуймаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк тәҡүә була.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ