Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 8:48 - Изге Яҙма

48 – «Һин – Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

48 – «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

48 – «Һин – Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 8:48
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ.


Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.


Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр.


Быны ишетеп фарисейҙар: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең һәр гонаһы, һәр көфөр һүҙе ғәфү ителер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр ҡылыу ғәфү ителмәҫ.


Ике йөҙлөләр! Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән:


Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ: – Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте.


Араларынан күпселек: – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине.


Һеҙ Мине Остаз һәм Хаким тип атайһығыҙ. Дөрөҫ әйтәһегеҙ: Мин – Остаз һәм Хаким.


Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самариялыларҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).


– Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?


– Уның: «Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигәне нимәне аңлата икән? Әллә Ул Үҙен Үҙе үлтермәксеме? – тиеште йәһүдтәр.


– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәненә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.


Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө».


Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ.


Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ