Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 7:42 - Изге Яҙма

42 Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

42 Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

42 Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 7:42
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бейт-Ләхәмдең атаһы Салма, Бейт-Ғадерҙың атаһы Хареф.


Кешене ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһың, «Эй әҙәм балалары, тупраҡҡа ҡайтығыҙ!» – тиһең.


Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ, Ишай нәҫеленән бер үҫенте сығыр, Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.


– Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында, – тине улар. – Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән:


«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким.


Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине.


Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.


Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.


Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.


Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.


Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ