Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 6:63 - Изге Яҙма

63 Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

63 Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

63 Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 6:63
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.


Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.


Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.


Шимғон Петрус: – Хакимым, беҙ кемгә барайыҡ? Мәңгелек тормош һүҙҙәре – Һиндә бит.


– Барығыҙ, Алла йортона инегеҙ ҙә был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙе халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип, уларҙы сығарып ебәрҙе.


Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә.


Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәтең сөннәтһеҙлек була.


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.


Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Сөннәтләнеүҙең йә сөннәтләнмәүҙең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.


Былар һеҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, уларҙа – һеҙҙең тормошоғоҙ. Улар арҡаһында Иордан йылғаһын аша сығып биләйәсәк ерҙәрегеҙҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Һеҙ фани орлоҡтан түгел, фани булмаған орлоҡтан, Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе аша яңынан тыуҙығыҙ.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ