Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 6:51 - Изге Яҙма

51 Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

51 Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

51 Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 6:51
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.


Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.


Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәгемен. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инанған бер ҡасан да һыуһамаҫ.


Шунда булған йәһүдтәрҙе Уның: «Мин – күктән төшкән икмәк», – тип әйтеүе асыуландырҙы. Улар үҙ-ара:


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кеше мәңгелек тормошҡа эйә.


Мин – тормош икмәгемен.


Ә күктән төшкән икмәк иһә шундай: уны ашағандар үлмәйәсәк.


Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».


Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Ул беҙгә яңы, йәшәү биргән юл асты һәм был юл пәрҙә, йәғни Уның ғазаптар кисергән тәне аша үтә.


Уға – кешеләр ташлаған, әммә Алла тарафынан һайлап алынған, Уның күҙендә ҡиммәтле тере Таш янына килеп,


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


Ата Үҙенең Улын ошо донъяға Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ үҙебеҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ