Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 5:44 - Изге Яҙма

44 Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

44 Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

44 Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 5:44
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин Раббы атайым Дауытҡа: «Күңелеңдә Миңә атап ҡорам төҙөргә теләгең бар. Был бик яҡшы.


«Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.


Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.


Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.


Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле, шуға ла, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.


Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгелмен.


Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ.


Ә изгелек ҡылған һәр кемгә, башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек.


Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.


Һис кемдән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да дан-шөһрәт көтмәнек.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.


Имандаштарым, шөһрәтле Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуймағыҙ.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер Аллаға донъя яратылғанға тиклем, хәҙер һәм мәңгегә дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын. Амин.


– Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ