Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 4:36 - Изге Яҙма

36 Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

36 Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 4:36
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.


Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.


Аҡыл эйәләре – ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.


Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Әммә инде гонаһтан азат ҡылынып Алла ҡолдары булғас, бының емеше һеҙҙең өсөн – изгелек, ә һөҙөмтәһе – мәңгелек тормош.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


Үҙ теләгем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә үҙ теләгем менән башҡармайым икән, ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.


Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, был хеҙмәтте бушлай атҡарам, үҙ хоҡуҡтарымды файҙаланмайым.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ