Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 4:14 - Изге Яҙма

14 ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 4:14
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар, Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға. Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер, Шишмәләргә алып килер.


«Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ! Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ; Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә, Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө!


Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер, Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр, Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер; Мул һуғарылған баҡсалай, Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ.


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын.


Был ағым ҡушылған урындарҙа һәр төрлө йән эйәләре ҡайнашыр, балыҡ бик күп булыр, сөнки йылға һыуы тоҙло һыуҙарҙы сөсөләндерер: был йылға аҡҡан һәр ерҙә тормош ҡайнап торор.


Бары тик шишмә йәки һыу һаҡлау урыны ғына таҙа ҡалыр. Был йәнлектәрҙең үләкһәһенә ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.


Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.


Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


– Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән?


Ғайса уға былай тине: – Был һыуҙы эскән һәр кем йәнә һыуһар,


Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәгемен. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инанған бер ҡасан да һыуһамаҫ.


Был – күктән төшкән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән булһа, хәҙер Алланың мәрхәмәте лә хаҡлыҡ менән хакимлыҡ итер һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша кешеләрҙе мәңгелек тормошҡа килтерер.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Изге Рухын бирҙе.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ