Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 21:7 - Изге Яҙма

7 Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте Петрусҡа: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Шимғон Петрус өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине Петрға. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Симон Петр өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте Петрусҡа: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Шимғон Петрус өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 21:7
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Түрәләр йыйылып миңә мәкер ҡора, Ә мин, ҡолоң, ҡағиҙәләрең хаҡында уйланам.


Һөйөүҙе ташҡындар һүндерә алмай, Йылғалар уны йыуып китә алмай. Әгәр берәү һөйөү өсөн Өйөндәге бөтә байлығын бирһә лә, Тик оятҡа ғына ҡалыр ине.


Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ арала ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ.


Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын.


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким.


Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.


Уларҙың береһе – яратҡан шәкерте – Ғайсаның янында ғына ултыра ине.


Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә: – Бына был – һинең улың, – тине.


Ул Шимғон Петрусҡа һәм теге, Ғайса яратҡан, шәкерткә йүгереп барҙы. Уларға: – Хакимыбыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.


Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.


– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Томас.


Петрус боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хакимым! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине.


Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙған шәкерт шул үҙе. Беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнде беләбеҙ.


Ә бүтән шәкерттәр, балыҡ тулған ауҙы йөҙ утыҙ аршын самаһы ғына алыҫлыҡтағы ярға һөйрәп сығарып, уның артынан кәмәлә йөҙөп китте.


Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте.


Тәүге кеше тупраҡтан яратылды, ул – ерҙән. Икенсе Кеше күктән килде.


Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ.


Имандаштарым, шөһрәтле Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуймағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ