Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 21:17 - Изге Яҙма

17 һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 21:17
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт һиңә тағы нимә әйтә ала? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең, Раббы Хакимым!


– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Ҡолоңдо шулай ҙурлаған өсөн Дауыт Һинең алда тағы нимә әйтә ала инде? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең!


Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.


Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Әҙәм балаларына ҡайғы-хәсрәтте Үҙе теләгәндән бирмәй бит ул.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.


Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине.


Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.


Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.


Петрус тағы инҡар итте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, уларға ҡаршы сыҡты. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер.


Ғайса уға: – Бар, иреңде саҡырып кил, – тине.


– Раббыбыҙ! Һиңә һәр береһенең күңелендә ни ятҡаны мәғлүм. Йәһүҙә үҙенә насип урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итергә Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайланың, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.


Өс тапҡыр шулай ҡабатланғандан һуң, барыһы ла кире күккә тартып алынды.


Кешенең күңелендә ни ятҡанын белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек башҡаларға ла Изге Рух биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


– Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Ул эштең ниҙә икәнен белә, исраилдар ҙа белһен хәҙер. Әгәр ҙә беҙ Раббыға ҡаршы баш күтәреп хыянат итһәк, Ул бөгөн беҙҙе аямаһын.


Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ.


Һөйөклөләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ