Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 2:4 - Изге Яҙма

4 Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең? Минең әлегә сәғәтем етмәгән, – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

4 Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең әле, ханым? Минең әлегә ваҡытым етмәгән, – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең? Минең әлегә сәғәтем етмәгән, – тип яуап бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 2:4
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.


– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.


– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Һәр нәмәнең үҙ мәле, күк аҫтындағы һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар.


Ғайса уға: – Эй апай! Һинең иманың ныҡ! Әйҙә, теләгәнеңсә булһын, – тине. Ҡатындың ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


– Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап бирҙе Ғайса.


Ғайса: – Әҙәм Улының шөһрәт ала торған ваҡыты етте! – тип яуапланы. –


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Шарап етмәгәс, Уға әсәһе: – Быларҙың шарабы бөткән, – тине.


– Эй ҡатын! Ниңә илайһың? – тип һоранылар. – Хакимымды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм.


– Һеңлекәш, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып сыҡҡан булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин Уны алайым, – тине.


Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.


– Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт ҡулай.


Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ