Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 19:17 - Изге Яҙма

17 Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгоҫа» тип аталған урынға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгофа» тип аталған урынға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгоҫа» тип аталған урынға килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 19:17
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул ҡорбан яндыра торған утынды алып, улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар.


Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.


– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.


Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел.


Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәткән «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар.


Ғайса уға яратып ҡараны ла: – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине.


Ғайсаның ғәйебен күрһәткән был яҙыуҙа «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны.


Мәсих, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.


Шәкерттәрен һәм халыҡты саҡырып, Ғайса былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай.


Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Шимғон исемле бер Курене кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалдылар ҙа Ғайса артынан барырға ҡуштылар.


«Баш һөйәге» тигән урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар.


Уның баш осона «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйҙылар.


Шунан Ғайса уларға былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, көн һайын Миңә эйәрһен.


Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилатос Ғайсаны сығарып, йәһүдсә «Ғаббаҫа» тип йөрөтөлгән «Таш баҫма» тигән ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы.


Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында йәһүдсә Бейт-Заҫа тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан айуанда


Ҡаланан һөйрәп алып сығарып, таш менән бәргесләй башланылар. Ғәйепләүсе яҡтың шаһиттары өҫ кейемдәрен Шаул исемле йәш егет янына һалып торҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ