Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 18:35 - Изге Яҙма

35 – Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш ҡаһиндар тапшырҙы. Һин нимә эшләнең? – тине Пилатос.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

35 Пилат Унан: – Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш руханиҙар тапшырҙы. Һин нимә ҡылдың? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 – Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш ҡаһиндар тапшырҙы. Һин нимә эшләнең? – тине Пилатос.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 18:35
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батшаға шул мәғлүм булһын: һинең илдән күскән йәһүдтәр беҙҙең яныбыҙға, Йәрүсәлимгә, килеп был фетнәсел яман ҡаланы төҙөй башланы, әле улар диуарҙарын аяҡҡа баҫтыра, нигеҙҙәрен йүнәтә.


Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине.


Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.


– Һин быны үҙең генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.


– Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.


Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.


Баш ҡаһиндар һәм һаҡсылар Ғайсаны күргәс: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. Пилатос уларға: – Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.


Тимәк, яңыраҡ фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы үҙе артынан сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе түгелһең инде?


һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунындағы бәхәсле мәсьәләләргә ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки төрмәгә ябырлыҡ ғәйеп табып булманы.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ