Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 18:33 - Изге Яҙма

33 Пилатос һарайына ҡабат инде һәм Ғайсаны саҡыртып: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

33 Пилат, һарайына ҡабат инеп, Ғайсаны саҡырып алды: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

33 Пилатос һарайына ҡабат инде һәм Ғайсаны саҡыртып: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 18:33
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте. Унда Ғайсаны бөтә ғәскәри төркөм уратып алды.


– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилатос. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.


«Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ. Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып, һинең Батшаң килә».


– Һин быны үҙең генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.


– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.


– Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилатос һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем.


Был һүҙҙәренән һуң Пилатос Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә: – Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар.


бер-бер артлы уның янына килеп: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар.


Пилатос йәнә сығып, халыҡҡа: – Ҡарағыҙ, хәҙер ул Кешене һеҙгә алып киләм. Белеп тороғоҙ, мин Унда бер ниндәй ҙә ғәйеп тапманым, – тине.


һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан: – Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ