Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 16:20 - Изге Яҙма

20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 16:20
44 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.


Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө.


Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам, Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан.


Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең.


Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».


Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки улар йыуаныс табыр.


Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.


Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илайҙар ине,


Доға ҡылған урынынан тороп, шәкерттәре янына әйләнеп килгәс, уларҙың ҡайғынан талсығып йоҡлап киткәнен күрҙе.


Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы.


Ғайса артынан күмәк кешеләр килә һәм араларында Уны йәлләп үкһеп-үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине.


Ғайса иһә: – Нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораны. Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтап ҡалдылар.


Ә беҙ Уны, Исраилды азат итергә тейешле Кеше, тип өмөтләнгәйнек. Был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде.


әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды.


Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.


Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ,


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ