Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 15:27 - Изге Яҙма

27 Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

27 Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 15:27
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.


Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә.


Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙған шәкерт шул үҙе. Беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнде беләбеҙ.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Ул Үҙе менән Галилеянан Йәрүсәлимгә килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Киләһе төндә Паулус янына Раббы килде. – Ҡыйыу бул! Йәрүсәлимдә Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.


Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.


Мәсих илселәре Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуы тураһында ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың барыһына ла Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:


Мин был ҡыҫҡа хатты, һеҙҙе дәртләндереп һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша яҙып ебәрҙем. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


Ата Үҙенең Улын ошо донъяға Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ үҙебеҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.


Яхъя үҙе күргәндәрҙең барыһын – Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсихтең күрһәтеп һөйләгәндәре хаҡында шаһит булараҡ бәйән итә.


Мин Ғайсаның ғазап сигеүен, батшалығын һәм сыҙамлығын уртаҡлашыусы имандашығыҙ Яхъямын, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауға ебәрелгәйнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ