Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 15:21 - Изге Яҙма

21 Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 15:21
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; әммә Минең хаҡыма йәнен юғалтҡан уны алып ҡалыр.


Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа Минең арҡала һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.


Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.


Ә былай эшләүҙәре, Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.


Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Мин Һине беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә.


Ғайсанан: – Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар. Ғайса: – Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.


Ғайса: – Мин Үҙемде Үҙем данлап күтәрһәм, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам шөһрәт бирә.


Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам.


Изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан усағын да күрҙем. Ошо үҙегеҙ ҙә белмәгән, ләкин Уға табынған Алла тураһында һеҙгә вәғәзләйем дә инде.


Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным.


– Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. –


Әммә, был хаҡта халыҡ араһында һүҙ ҡуйырмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бынан ары был Кеше исеменән бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәһендәр, тип ҡурҡытып ҡуяйыҡ, – тип үҙ-ара кәңәш ҡорҙолар.


Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


Бында ла ул баш ҡаһиндарҙан исемеңде телгә алған һәр кемде ҡулға алырға вәкәләт алып килде, – тип яуапланы Һананиас.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.


Был донъялағы бер генә хаким да шул аҡылға төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.


Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.


Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр.


Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ