14 Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.
14 Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.
Ғазаръяһ Наҫан улы – өлкә башлыҡтары етәксеһе; Завуд Наҫан улы – ҡаһин һәм батшаның кәңәшсеһе;
Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.
Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни?
Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне.
Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!
«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!
Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.
Миңә нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнем. Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәремде көндөҙ сығарып ҡуйҙым. Кис көнө ҡулым менән диуарҙа тишек яһаным да, әйберҙәремде ҡараңғыла сығарып, барыһының күҙ алдында яурыныма һалып алдым.
Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.
Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ.
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.
Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.
– Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.
Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте», – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды.
Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,
Ул, ырҙын табағына барып, бөтәһен дә ҡәйнәһе әйткәнсә эшләне.