Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 15:10 - Изге Яҙма

10 Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 15:10
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам.


Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.


Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне.


Раббы Хаким ҡолағымды асты, Ҡаршылашманым, артҡа сикмәнем.


Йәнемде Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Йәнемде бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Мин Атамдан алдым.


Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам бойороҡ бирҙе.


Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.


Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.


Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.


әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан бойороҡтарының барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!


Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә Һинең шөһрәтеңде күрһәттем.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


Мине Ебәргән – Минең менән. Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.


Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам.


Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла бойороҡтарын үтәү генә мөһим.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге бойороҡтан кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.


Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.


Ә Уның һүҙен үтәгән кешелә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ үҙебеҙҙең Унда булыуыбыҙҙы беләбеҙ ҙә инде.


Кем дә кем: «Мин Аллала йәшәйем», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ