Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 14:21 - Изге Яҙма

21 Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 14:21
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.


– Зинһар, Һин миңә Үҙеңдең шөһрәтеңде күрһәт, – тип үтенде Муса.


Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөрмөн.


Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,


Ә Ғайса уға: – Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы.


Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.


Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, ҡабат янығыҙға килермен.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине данлар.


сөнки Мине яратҡанығыҙ һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙ өсөн, Атам Үҙе һеҙҙе ярата.


Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.


Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Ашыҡ, Йәрүсәлимдән йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине.


Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.


Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Раббы былай тине: «Бөгөн Мин һеҙгә бойорғандарға ҡолаҡ һалһағыҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ һәм Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ,


Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.


Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих Үҙе һәм Атабыҙ Алла


Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Ә Уның һүҙен үтәгән кешелә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ үҙебеҙҙең Унда булыуыбыҙҙы беләбеҙ ҙә инде.


Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.


Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,


Мөхәббәт – ул Алла бойороҡтарын үтәп йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән бойороҡ ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ