14 Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.
14 Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.
Минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙенең шөһрәтен Улында күрһәтер.
Мин Атамдан һорармын, Ул, мәңге һеҙҙең менән булһын өсөн, һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер.
Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.
Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.
Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.
Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсихтә Уның мәрхәмәте бүләк ителде.