Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 14:12 - Изге Яҙма

12 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 14:12
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.


Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле.


Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар, Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,


Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.


Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.


Шулай итеп, был осраҡта: «Берәү сәсә, икенсеһе ура», – тигән әйтем тап килә.


Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен Уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер.


Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәргәндең янына кире ҡайтасаҡмын.


Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.


Сөнки тегеләрҙең, таныш булмаған телдәрҙә һөйләшеп, Аллаға дан яуҙырғандарын ишетте. Шул ваҡыт Петрус:


Был бер нисә көн шулай дауам итте. Паулустың тамам асыуы килеп, ен яғына боролоп: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән бойорам: уның эсенән сыҡ! – тине. Ен шунда уҡ сығып китте.


Паулус ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән яуыз рухтар сыҡты.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә олғашты һәм, Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


– Был кешеләр менән нимә эшләргә? Уларҙың бөйөк мөғжизә ҡылыуы бар Йәрүсәлим халҡына билдәле. Беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ.


Мәсих илселәре Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуы тураһында ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың барыһына ла Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо.


Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды, һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.


Петрус үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға алып сығып, түшәктәргә һалдылар.


Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде.


ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, яуыз рухтар сыҡты, фалиж һуҡҡан кешеләр, аҡһаҡтар күпләп һауыҡты.


– Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петрус. Эней шунда уҡ торҙо.


Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла Рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Йәрүсәлимдән алып Иллурикон яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ