Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 14:10 - Изге Яҙма

10 Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 14:10
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың – Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.


Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.


Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам бойороҡ бирҙе.


Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ.


Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.


Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ – Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.


Әйткән һүҙҙәреңде Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


– Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр.


Ғайса: – Өйрәткәндәрем – Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәргәндеке.


Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмағанымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләгәнемде белерһегеҙ.


Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.


Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни?


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.


Алла Үҙенең бөтә тулылығының Мәсихтә йәшәүен,


Сөнки Илаһилыҡтың бөтә тулылығы Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ