Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 13:10 - Изге Яҙма

10 – Йыуынған кешене йыуып тороуҙың хәжәте юҡ, уның бөтә тәне таҙа була, аяҡтарын ғына йыуырға кәрәк. Һеҙ бит таҙаһығыҙ, тик бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 – Бығаса йыуынған кешенең бөтә тәне таҙа була. Шуға күрә уның аяҡтарынан башҡа ерен йыуырға кәрәкмәй. Һеҙ таҙа, әммә бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 – Йыуынған кешене йыуып тороуҙың хәжәте юҡ, уның бөтә тәне таҙа була, аяҡтарын ғына йыуырға кәрәк. Һеҙ бит таҙаһығыҙ, тик бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 13:10
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.


Ниндәй гүзәлһең һин, йәрем, Бер ниндәй кәмселегең юҡ!


Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».


Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала.


Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала.


Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.


Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.


– Хакимым! – тине Шимғон Петрус. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу!


Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ.


Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ