45 Мине күргән Мине Ебәргәнде күрә.
45 Мине күргән Мине Ебәреүсене күрә.
Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.
Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.
Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.
«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.
Мәсих – күҙгә күренмәгән Алланың һыны һәм Ул Алла яратҡандарҙың бөтәһенән дә алдараҡ булған беренсе ине.
Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.