Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 12:26 - Изге Яҙма

26 Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 12:26
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Инжир ағасын ҡарап үҫтергән уның емешен ашар, хужаһын хәстәрләгән – хөрмәт ҡаҙаныр.


Ҡолом Калевты иһә, унда башҡа рух булғаны һәм дә бөтә булмышы менән Миңә эйәргәне өсөн, үҙе ҡарап ҡайтҡан ерҙәргә индерермен, ул ерҙәргә уның тоҡомо хужа булыр.


Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне.


Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Шәкерттәрен һәм халыҡты саҡырып, Ғайса былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Хужа ҡайтҡанда уяу торған хеҙмәтселәр бәхетле! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, билен быуып, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе хеҙмәт итер.


Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ?


Шунан Ғайса уларға былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, көн һайын Миңә эйәрһен.


Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, илсе лә үҙен ебәргәндән ҙур түгел.


Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.


Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.


«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.


Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән шөһрәтте күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.


– Мин яңынан килгәнгә тиклем уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.


Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.


Мәсихкә шулай хеҙмәт иткән кеше Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә – Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.


Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.


Раббынан бүләккә Үҙе вәғәҙә иткәндән өлөштө алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ