Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 11:55 - Изге Яҙма

55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, илдең төрлө төбәктәренән күп кеше Йәрүсәлимгә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, илдең төрлө төбәктәренән күп кеше Йәрүсәлимгә килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 11:55
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.


Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.


Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы Башымды юғары ҡалҡытырмын, Шатлыҡ ауаздары менән Сатырында ҡорбандар салырмын, Раббыны маҡтап көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


– Исраилдарға әйт: әгәр берәйегеҙ йә нәҫелегеҙҙән берәйһе мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнһә йәки алыҫ юлда булһа, ул да Раббының Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә ала.


Мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнеп, Ҡотҡарылыу байрамын ул көндө үткәрә алмаған кешеләр ҙә бар ине, улар, шул көндө үк Муса менән Һарунға килеп,


Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:


– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булғанын беләһегеҙ. Шунда Әҙәм Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тапшырасаҡтар, – тине.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө икмәк байрамы яҡынлашты.


Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Бейт-Әниәгә килде. Был – Ғайса үлемдән терелткән Әлғазар йәшәгән ауыл ине.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде.


Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса таҙарынырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине.


Бынан һуң Ғайса Йәрүсәлимгә йәһүдтәрҙең байрамына китте.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.


улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.


Икенсе көндө Паулус был кешеләрҙе үҙе менән алып, улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм уларҙың һәр береһе өсөн ҡасан ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.


Алла йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым.


Шуға ла икмәкте ашар һәм туҫтаҡтан эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш.


Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


– Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ