Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 11:53 - Изге Яҙма

53 Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

53 Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

53 Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 11:53
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.


Мин уларҙы бик ҡаты әрләнем һәм: – Ниңә һеҙ диуар янында ҡунаһығыҙ? Тағы шулай эшләһәгеҙ, мин һеҙгә ҡарата көс ҡулланам, – тинем. Шул ваҡыттан алып, улар башҡаса шәмбе көндө килеп йөрөмәне.


Шул көндән башлап кешеләремдең ҡап яртыһы эш менән мәшғүл булды, ҡалған яртыһы ҡулдарында һөңгө һәм ҡалҡан, уҡ-һаҙаҡ тотоп, һарайта кейеп һаҡта торҙо; башлыҡтар диуарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан бөтә йәһүдтәргә таяныс булды. Йөк ташыусылар ҙа ҡораллы ине; бер ҡулдары менән эш башҡарҙылар, икенсе ҡулдары менән һөңгө тоттолар.


Йәһүҙә – Раббының мөҡәддәс ере, Исраил Раббының биләмәһе булды.


Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.


Таршиш һәм утрауҙарҙың батшалары Уға яһаҡ түләһен, Шева менән Сева батшалары бүләктәр алып килһен!


Йермеяһ батшанан: – Әгәр дөрөҫөн әйтһәм, мине үлемгә дусар итмәҫһеңме? – тип һораны. – Һиңә кәңәш биреү менән, һин бит барыбер мине тыңламаясаҡһың.


Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы.


Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


Улар, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.


Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы.


Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Баш ҡаһиндар иһә Әлғазарҙы ла үлтерергә ҡарар итте,


Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.


Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.


Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ