Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 11:33 - Изге Яҙма

33 Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм ҡайғырып:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

33 Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

33 Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм ҡайғырып:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 11:33
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.


Мәрйәмде йыуатып уның менән бергә өйҙә булған йәһүдтәр, йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбергә китте тип уйлап, артынан эйәрҙеләр.


– Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны. Улар: – Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр.


Ғайса, тағы ла нығыраҡ көйөнөп, ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.


Инде күңелем борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин тап ошо сәғәт өсөн килдем дә.


Быны әйткәндән һуң Ғайса ҙур тулҡынланыу менән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ