Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 11:19 - Изге Яҙма

19 Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 унан ҡустыларын юғалтып ҡайғырған Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр йыйылғайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 11:19
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.


Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйланы. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға ярандарын ебәрҙе. Дауыттың хеҙмәтселәре Ғаммон еренә барғас,


ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар.


Әйүптең башына төшкән бөтә был бәлә-ҡазалар тураһында уның өс дуҫы – Темандан Әлифаз, Шуахтан Билдад, Нағаманан Софар – ишеттеләр ҙә йәшәгән урындарынан юлға сығып, бер урында осраштылар. Улар Әйүптең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән уны күрмәксе булдылар.


Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте.


Мәжлесле өйгә барғансы, Йыназалы өйгә барғаның хәйерле, Сөнки һәр кемдең ахыры бер, Тере кеше шуны башында тотһон.


Икеләтә бәлә килде һиңә! Кем генә һине ҡыҙғаныр икән? Талау һәм һәләкәт, ҡытлыҡ менән ҡылыс – Кем һине йыуата алыр?


Шуларҙы уйлап илайым, Күҙҙәремдән, күҙҙәремдән минең Туҡтауһыҙ ҡан-йәшем аға; Рухымды тергеҙер йыуатыусым алыҫ. Балаларым ташландыҡ ҡалды, Сөнки дошман өҫтөнлөккә сыҡты».


Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды.


Минең ыңғырашыуымды ишетәләр, Әммә йыуатыусым табылманы. Дошмандарым ишетте өҫтөмә килгән ҡазаны, Күрә лә һөйөнә уларҙы Һин ебәргәнгә. Бына, Һин алдан иғлан иткән көн килде! Тик улар ҙа минең хәлгә төшһөн ине!


Итәгенә нәжес йәбешһә лә, Киләсәге тураһында уйламаны. Шуға күрә ҡолауы ҡурҡыныс булды, Йыуатыусыһы юҡ. Һыҡтай: «Йә Раббы, күр ғазабымды; Дошманым тантана итә!»


Һиңә нимә тип әйтәйем, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ? Һине нимә менән сағыштырайым? Йыуатыр өсөн кемгә тиңләйем, ғиффәтле ҡыҙ Сион? Йәрәхәтең диңгеҙ һымаҡ тәрән, Кем генә һине дауалай алыр?


Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.


ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.


Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ: – Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте.


Мәрйәм менән уның апаһы Марта йәшәгән Бейт-Әниә ауылында Әлғазар исемле бер кеше ауырып китте.


Мәрйәмде йыуатып уның менән бергә өйҙә булған йәһүдтәр, йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбергә китте тип уйлап, артынан эйәрҙеләр.


Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм ҡайғырып:


– Ҡарағыҙ, Ул Әлғазарҙы ҡалай яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр.


Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ҡылған эштәрен күргәс, Уға инанды.


Шәкерттәре Уға: – Остаз, күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ.


Бер-берегеҙҙе ошо һүҙҙәр менән тынысландырығыҙ.


Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.


Ә һөйәктәрен йыйып алып Явештағы тамариск ағасы төбөнә ерләнеләр һәм ете көн ураҙа тоттолар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ