2 Ә ҡапҡанан ингән кеше һарыҡтарға көтөүсе була.
2 Ә ҡапҡанан инеүсе һарыҡтарға көтөүсе була.
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббыныҡы ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә, Раббыныҡы йыһан һәм ундағы бар тереклек.
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.
Аҡыл эйәләренең һүҙҙәре – мал ҡыуа торған осло таяҡ кеүек, Әйтемдәр йыйылмаһы – ныҡ итеп ҡағылған сөй шикелле; Улар бер көтөүсе тарафынан бирелгән.
Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.
Унан халыҡ әүәлге көндәрҙе, Муса заманын иҫкә төшөрҙө. Үҙ көтөүен һәм көтөүселәрен Диңгеҙҙән алып сыҡҡан, Араларына Изге Рухын ебәргән,
Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр.
Ул халҡына тыныслыҡ килтерер. Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа, Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа, Уға төбәп ете көтөүсе, Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр.
Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет, Сөнки иркен болондар тапалды. Йәш арыҫландар үкерә, Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды.
Ул көтөүҙең ҡуйҙарын алғандар, уларҙы салһа ла, язаһыҙ ҡалыр. Уларҙы һатҡандар иһә: «Аллаға шөкөр, байыным!» – тип ҡыуаныр. Көтөүселәре уларҙы ҡыҙғанмаҫ.
Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.
«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.
Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.
Мин – яҡшы көтөүсемен. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн йәнемде фиҙа ҡылам.
Ғайса иһә һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтар өсөн ҡапҡамын.
Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр.
Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.
Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.
Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.
Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.
Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.
Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.
Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.