6 Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне.
«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Уның тураһында Изге Яҙмала: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, Ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.
Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы ҡайҙан бирелгән? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.
Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.
Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.
Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.
Һеҙ – минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар.
Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя бөтә Исраил халҡын тәүбәгә килеү билдәһе итеп һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәне.