Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:49 - Изге Яҙма

49 Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

49 Нафанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

49 Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:49
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.


– Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.


«Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: бына, һиңә Батшаң килә. Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».


Баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен һәм үҙҙәренә «остаз» тип мөрәжәғәт иткәндәрен хуш күрә.


Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған.


Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ!


Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.


Мәсих, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. –


– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: – Һеҙгә нимә кәрәк? – тине. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар.


– Минең: «Һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», – тигәнем өсөн генә ышанаһыңмы? Бынан да күберәкте күрерһең әле, – тип Ғайса


– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.


Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ