Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:45 - Изге Яҙма

45 Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

45 Ул Нафанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:45
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.


Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине.


Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр.


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай,


Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа?


Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.


усаҡ янында йылынып ултырған Петрусты күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.


Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.


– Назаралы Ғайса үтеп бара, – тинеләр уға.


Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине.


Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны. – Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы ине. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйланы. Ә Йософ – Ғәли улы,


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Әндриас менән Петрус кеүек Филиппус та Бейт-Сайда ҡалаһынан ине.


Улар, Галилеялағы Бейт-Сайданан булған Филиппус янына килеп: – Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.


– Хакимым! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филиппус.


Тегеләр Уға: – Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе. – Ул – Мин, – тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине.


Ғайса йәнә: – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. Улар: – Назаралы Ғайсаны, – тине.


Пилатос ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны.


Шимғон Петрус, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, Галилеяның Кана ҡалаһынан Наҫанаил, Зәбәҙәйостың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны.


– Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр.


Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килгәнен күреп, Филиппусҡа: – Уларҙы ашатыр өсөн ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.


– Ике йөҙ динарлыҡ икмәк алғанда ла, һәр береһенә өлөшләп кенә бүлеп бирергә лә етмәҫ, – тип яуапланы Филиппус.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


– Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.


«Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрләгән назаралы Ғайса», – тине Ул.


Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным.


Әммә Петрус: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, ләкин нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсих исеменән бойорам: тор ҙа атлап кит! – тип,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ