Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:38 - Изге Яҙма

38 Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: – Һеҙгә нимә кәрәк? – тине. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

38 Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе. – Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

38 Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: – Һеҙгә нимә кәрәк? – тине. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:38
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр.


Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл!


Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.


Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.


Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.


Әммә Һинең хакимлығың мәңгелек, йә Раббы! Быуындар үтер, Һин һаман тәхетеңдә ултырырһың!


Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.


Ғайса артынан күмәк халыҡ эйәрҙе, Ул боролдо ла былай тине:


Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.


Ғайса унда килеп еткәс, күтәрелеп ҡараны ла: – Зәкхәйос! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тине.


Раббы Ғайса Петрусҡа боролоп ҡараны, шул саҡ Петрус Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө.


эсенән ендәре сыҡҡан кеше уны ла Үҙе менән алыуын һорап ялбарҙы. Әммә Ғайса:


Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте.


– Әйҙәгеҙ, күрерһегеҙ, – тине Ғайса. Сәғәт дүрттәр тирәһе ине. Улар, Ғайса менән барып, ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискә тиклем Уның янында булдылар.


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


Улар, Галилеялағы Бейт-Сайданан булған Филиппус янына килеп: – Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.


Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, уларға ҡаршы сыҡты. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.


Ғайса йәнә: – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. Улар: – Назаралы Ғайсаны, – тине.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, бөтәһе лә Уның янына бара.


Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.


Уны күлдең арғы яҡ ярында эҙләп тапҡас: – Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.


Петрус Корнелиус ебәргән кешеләр янына төштө: – Һеҙ эҙләгән кеше – мин, – тине. – Ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ?


Шуға, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: ни өсөн минең арттан кешеләр ебәрҙегеҙ? – тине.


Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ