Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 1:33 - Изге Яҙма

33 Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

33 Уның кем икәнлеген белмәй инем, әммә мине һыуға сумдырырға Ебәреүсе: «Кемдең иңенә Рух төшә һәм Уның өҫтөндә ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

33 Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 1:33
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Мин Уны танымай инем, ләкин, Уны Исраил халҡы белһен өсөн, һыуға сумдырыу йолаһын башҡарырға килдем.


Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.


Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырғайны, һеҙ бер нисә көндән Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ