2 Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.
Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты.
мин Раббы янында оҫта булдым, һәр көн һайын Уның һөйөнөсө инем, гелән Уның алдында ҡыуандым.
Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.
Иң башта Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Алла булған.
Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.