Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Вәғәзсе 3:22 - Изге Яҙма

22 Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Вәғәзсе 3:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улдары дан ҡаҙанғанмы – уны белмәҫ, Кәмселеккә төшкәндәрме – инде һиҙмәҫ.


Ахмаҡ күп һөйләй, ләкин киләсәктә ни булырын бер кем белмәй; үҙенән һуң ни булырын уға кем әйтһен?


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрә алмаҫ булдым, сөнки хеҙмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым.


Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс.


Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр?


Бәхетле көндәреңдә ҡыуан, ҡайғылы көндәреңдә иһә шуны иҫеңдә тот: тегеһен дә, быныһын да Алла бирә, һис кем киләсәктә нимә булырын белмәй.


Шунан мин күңел асыуҙы өҫтөн ҡуйҙым, сөнки ҡояш аҫтында кеше өсөн ашап-эсеп, күңел асыуҙан да яҡшы нәмә юҡ. Алла биргән ғүмерендә кешегә ауыр хеҙмәтендә ошо ярҙам итер.


Бер кем дә алда ни булырын белмәй; киләсәктә нимә булырын кем әйтһен?


Тейешле ваҡыттың ҡасан килерен һис кем белмәй. Ауға эләккән балыҡ, тоҙаҡҡа сырмалған ҡош ише, Әҙәм балаһы бәлә-ҡазаға көтмәгәндә тарый.


Улар яратҡан, нәфрәтләнгән һәм йәндәрен көйҙөргән нәмәләрҙең барыһы ла үтеп киткән. Бынан ары улар бер ҡасан да ҡояш аҫтында була торған эштәргә ҡушыла алмай.


Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп, ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың.


Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.


Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ.


Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.


Муллыҡ заманында Аллағыҙ Раббыға шат күңелдән һәм ихлас йөрәктән хеҙмәт итмәгән өсөн


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ