Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Вәғәзсе 1:13 - Изге Яҙма

13 Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Вәғәзсе 1:13
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Кеше ҡараңғылыҡты ла сигендерә; Үлем күләгәһе хөкөм һөргән Дөм ҡараңғы төпкөлдә таштар аҡтара.


Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр, Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр.


Бүтәндәр менән иҫәпләшмәгән кеше нимә теләй, шуны эшләй; һәр төрлө аҡыллы нәсихәткә ҡаршы килә.


Аҡыллы әҙәм ҡолағы менән белем эҙләр, аңлы бәндә йөрәге менән аҡыл туплар.


Улым, йөрәгеңде миңә йүнәлт, минең юлдарыма күҙ һал.


Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү.


Иң мөһиме – аҡыл. Аҡыл тупла, мал-мөлкәттән ғәйре белем йыйна.


Мин зиһенемде ҡайҙа аҡыл, ә ҡайҙа дыуамаллыҡ һәм ахмаҡлыҡ икәнен белеүгә йүнәлттем. Әммә бының да тик ел ҡыуыу икәнен аңланым.


Елдең юлын һәм әсә ҡарынында бала тумалғанын белмәгән кеүек, бар нәмәне яратҡан Алла ғәмәлен дә белә алмаҫһың.


Бынан ғәйре, улым, шунан һаҡлан: китап яҙыусыларҙың иҫәбе юҡ, күп уҡыу тәнде талсыҡтыра.


Уның һәр көнө – әрнеү, хеҙмәттәре – михнәт, күңеле хатта төнөн дә тынғы белмәй. Был да – буш мәшәҡәт.


Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Алла кешеләргә ыҙа сикһен тип биргән эште күрҙем мин.


Алла һәр нәмәне үҙ ваҡытында күркәм итеп яратҡан. Шулай уҡ Ул кешеләр йөрәгенә мәңгелек тойғоһон һалды, ләкин әҙәми зат Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай.


Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Бына бер кеше – яңғыҙ, балаһы ла, ағай-энеһе лә юҡ. Көнө-төнө эшләй, ләкин күҙе һаман байлыҡҡа туймай. Ул: «Кем өсөн эшләйем һуң мин, ниңә үҙемде тормош ләззәтенән мәхрүм итәм?» – тип әйтә белмәй. Был да – буш мәшәҡәт, был да – яман эш.


Мин зиһенемде аҡыл менән зирәклекте белеү, тикшереү һәм табыуға, яуыздарҙың ахмаҡлығы, аҡылһыҙҙарҙың дыуамаллығы нимәлә икәнен төшөнөүгә йүнәлттем.


Ҡояш аҫтында ҡылынған эштәрҙең һәр ҡайһыһына илтифат иткәндә, мин быларҙың һәммәһен дә күрҙем. Бер кеше башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм уға зарар килтерә.


Уңышыңдың үҫеүе бөтәһенә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ