Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Титусҡа 1:7 - Изге Яҙма

7 Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

7 Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Титусҡа 1:7
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.


Дыуамал бәндә ахмаҡлыҡ эшләр, мәкерле әҙәм нәфрәткә дусар булыр.


Яндырай ғауға сығара, сабыр кеше ыҙғышты туҡтата.


Түҙем әҙәм баһадирҙан көслөрәк, үҙ-үҙенә баш булған кеше ҡала алған яугирҙән ҡөҙрәтлерәк.


Асыуланырға ашыҡма, Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай.


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Эске ихатаға керергә кәрәк булғанда бер ҡаһин да шарап эсмәһен.


– Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап йәки башҡа иҫерткес эсемлектәр эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм.


Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.


өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;


Алланан ниндәй бүләк алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ