Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 5:4 - Изге Яҙма

4 Әммә Мысыр батшаһы уларға былай тине: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Әммә Мысыр батшаһы уларға: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Әммә Мысыр батшаһы уларға былай тине: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 5:4
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.


Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята.


Әле иһә, Исраил халҡының Мысыр ҡоллоғо аҫтында иңрәгәнен ишетеп, килешеүемде иҫкә төшөрҙөм.


Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ