Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 35:21 - Изге Яҙма

21 Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Осрашыу сатыры өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Изге сатыр өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Осрашыу сатыры өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 35:21
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы! Һин Үҙеңдең ҡолоңа: «Йорт төҙөрмөн», – тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем.


Дауыт, аяғүрә баҫып, былай ти: – Ағай-энем, халҡым, тыңлағыҙ мине! Аллабыҙға аяҡ баҫыр урынды – Раббының Килешеү һандығын урынлаштырыу өсөн йорт һалыу ниәтен күңелемдә күптән йөрөтә инем. Төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡты ла әҙерләгәйнем.


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.


Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:


Кемдә ҡиммәтле таштар булһа, уларҙы Раббы йортоноң хазина ҡаҙнаһына бирәләр. Хазина өсөн Гершон нәҫеленән Йехиил яуаплы була.


Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.


Йәрүсәлимдәге Раббы йортона килгәс, ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары Алла йортон нигеҙенән тергеҙеү өсөн хәйер-саҙаҡа бирҙе.


Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


– Исраил халҡына Минең өсөн иғәнә йыйырға ҡуш: кем нимә теләй, шуны бирһен.


Исраил халҡы Муса янынан таралышты.


Теләгәндәрҙең һәммәһе лә – ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – алтын әйберҙәрен: ҡаптырма, алҡа, йөҙөк, мунсаҡтарын килтерҙе. Улар был алтынды Раббыға һелкетмә ҡорбан булараҡ алып килде.


Ҡулынан килгән һәм теләк белдергән бүтән ҡатындар кәзә дебете иләне.


Ана шулай Исраил халҡы араһынан Муса аша Раббы эшләргә ҡушҡан эштә ҡатнашырға теләк белдергән бөтә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға үҙ ихтыяры менән бүләктәр килтерҙе.


Раббы өсөн иғәнә йыйығыҙ. Теләгән һәр кем Раббыға алтын, көмөш, баҡыр,


Муса Бесалилды, Оһолиавты һәм Раббы оҫталыҡ күндергән башҡа бөтә оҫталарҙы, эшкә тотонорға теләгән барса кешеләрҙе саҡырып алды.


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Юлбашсылары – үҙҙәренән булыр, Хакимдары үҙ араларынан сығыр. Уны Үҙемә яҡынайтырмын, Ул да Миңә яҡынлашыр. Юҡһа, саҡырылмаған килеш кем Миңә яҡынларға баҙнат итер? – тип белдерә Раббы. –


Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.


Ҡалҡ, Девора, ҡалҡ! Ҡалҡ та йырла! Тор, Бараҡ! Әсирҙәреңде алып кит, Авиноғам улы!


Ишетегеҙ, батшалар! Ҡолаҡ һалығыҙ, хакимдар! Мин Раббыға дан йырлайым, Исраил Аллаһы Раббы хаҡында көйләйем.


Күңелем Исраилдың ғәскәр башлыҡтары, Үҙ теләге менән яуға күтәрелгән халыҡ менән! Раббы мөбәрәк булһын!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ