20 Исраил халҡы Муса янынан таралышты.
Был бойороҡ иғлан ителеү менән, Исраил халҡы икмәк, шарап, май, бал, баҫыуҙан йыйылғандың һәммәһенән тәүге уңышты күпләп килтерә башлай – бөтәһенең ундан бер өлөшөн алып килә.
изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре эшләһен.
Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Осрашыу сатыры өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде.
Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,