Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 29:43 - Изге Яҙма

43 Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

43 Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

43 Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 29:43
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.


Болот арҡаһында ҡаһиндар хеҙмәтен башҡара алмаҫ була, сөнки Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.


Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен.


Мин Осрашыу сатырын һәм ҡорбан усағын изгеләндерермен, Миңә ҡаһин булып хеҙмәт итһендәр өсөн, улдары менән Һарунды изгеләндерермен.


Шул саҡ Осрашыу сатырын болот ҡапланы һәм Изге торлаҡ Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.


Муса Осрашыу сатырына инә алманы, сөнки уны болот ҡаплағайны һәм Изге торлаҡҡа Раббының шөһрәте тулғайны.


Ҡалҡ та нур сәс, Сөнки яҡтылығың килде, Өҫтөңдә Раббы шөһрәте балҡыны.


Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы.


– Быларҙы эшләргә һеҙгә, алдығыҙҙа Раббы шөһрәте пәйҙә булһын өсөн, Раббы Үҙе бойорҙо, – тине Муса.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Һөйөклөләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ билдәһеҙ әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ