Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 25:30 - Изге Яҙма

30 Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 25:30
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл;


изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү.


Уларҙың ҡайһы бер ағай-энеһенә шәмбе һайын ҡуйыла торған изге икмәкте хәстәрләү йөкмәтелә.


Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ.


Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның.


Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.


өҫтәлде, уның ҡолғаларын һәм һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте;


өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте,


Уның өҫтөнә Раббы алдына икмәк һалды. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Шунан өҫтәл индер һәм өҫтөнә бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе теҙеп ултырт. Шәмдәл килтер һәм майшәмдәрен ҡуй.


Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – уның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине.


Ә һеҙ Минең исемемде хурлайһығыҙ, һеҙҙеңсә, бөйөк Хакимдың өҫтәле лә бысраҡ, ниғмәттәре лә хөрмәткә лайыҡ түгел.


Минең ҡорбан усағыма хәрәм ризыҡ алып киләһегеҙ ҙә: «Һине нисек нәжесләнек һуң?» – тиһегеҙ. «Раббы өҫтәлен һанға һуҡмаҫҡа ла ярай», – тигән һүҙҙәрегеҙ менән нәжесләйһегеҙ.


Изге икмәк өҫтәленә зәңгәр йәймә ябырҙар һәм уға тәрилкәләр, төтәҫләгес һауыттар, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр ҡуйырҙар, унда даими килтерелә торған икмәк тә торорға тейеш.


Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөнә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды, Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урын Мөҡәддәс тип аталды.


– Ябай икмәгем юҡ, – тип яуапланы ҡаһин Дауытҡа. – Әгәр егеттәрең ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, пак булһа, – изге икмәгем бар.


– Һәр ваҡыттағыса, сәфәрҙә булған сағыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙ затынан йыраҡбыҙ, – тине Дауыт. – Кешеләрем, ғөмүмән, юлда үҙҙәрен пак тота, ә инде бындай махсус эш менән йөрөгәндә бигерәк тә.


Ҡаһин Дауытҡа изге икмәк бирҙе, сөнки унда ошо Раббы хозурына ҡуйылғанынан башҡаһы юҡ ине. Был икмәк шул көндө, урынына йылыһын ҡуйыр өсөн, Раббы алдынан алынғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ