Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 3:7 - Изге Яҙма

7 Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙенә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 3:7
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Нәсихәтен ишеттерер өсөн ҡолаҡтарын асыр, Яуыз юлдарын ташларға бойорор.


Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон.


Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Раббы әйтте: «Дөрөҫ, улар – Минең халҡым, Миңә хыянат итмәйәсәк балаларым!» Шулай итеп, Алла уларға Ҡотҡарыусы булды.


Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.


Улар һеҙгә: «Һәр берегеҙ яман юлдан, яуыз ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартығыҙ. Шул сағында Раббы һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ.


Бәлки, Йәһүҙә халҡы, Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.


Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.


Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».


шул саҡта һеҙҙе ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә тип бирелгән ошо ерҙә йәшәргә ҡалдырырмын.


Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә.


Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.


Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы.


юлдан яҙып, үҙегеҙгә ир йәки ҡатын, ерҙә йәшәгән берәй хайуан, йә күктә осҡан ҡош, ерҙә шыуышып йөрөгән йәнлек, йәки ерҙең тәрәнлектәрендә һыуҙа йәшәгән балыҡҡа оҡшаш һын эшләп, бот яһамағыҙ.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы Үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ