Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 3:17 - Изге Яҙма

17 Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 3:17
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


Етенсе көнгә Алла Үҙенең эшен теүәлләне. Етенсе көндә Үҙенең барлыҡ эштәрен тамамлап, Ул ял итте.


Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Сөнки Раббы миңә былай тине: «Ҡояш нурынан яралған эҫе, Ураҡ мәлендәге ысыҡ болотолай, Торлағымдан тыныс ҡына ҡарап торасаҡмын».


Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».


Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?


Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен».


Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.


Эй тупраҡ, ҡурҡма, ҡыуан, рәхәтлән, Раббы бөйөк эштәр башҡарҙы!


Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.


Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай; Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй.


Әгәр Раббы беҙгә ҡарата миһырбанлы булһа, беҙҙе унда индерер, һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе беҙгә бирер.


Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.


Хужаһынан ҡасып һеҙгә һыйынған ҡолдо тотоп хужаһына кире бирмәгеҙ.


Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙҙе уңышлы итер: балаларығыҙ ишле, малығыҙ үрсемле, ерегеҙ емешле булыр. Раббы, ата-бабаларығыҙға яҡшылыҡ ҡылып, нисек ҡыуанһа, һеҙҙең өсөн дә шулай һөйөнөр, һеҙгә игелек эшләр.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ