Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 3:15 - Изге Яҙма

15 Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 3:15
48 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рәхилә, ауырға ҡалып, ир бала тапты ла: – Алла мине хурлыҡтан – бала тапмай тип кәмһетеүҙән ҡотҡарҙы, – тине.


Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!


Тегеләр сүгер һәм йығылырҙар, Беҙ ҡалҡырбыҙ, туп-тура торорбоҙ.


Көн оҙоно Һиңә ялбарамын, Эй бөйөк Хаким, миһырбанлы бул миңә.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.


Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Хакимың Раббы, Үҙ халҡының дәғүәһен яҡлаған Алла былай ти: «Бына һине сайҡалдырған туҫтаҡ, Асыуымдың туҫтағын ҡулыңдан алдым. Башҡаса унан эсмәҫһең.


Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды.


Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.


Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.


Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк.


Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы.


Мин Раббының Йәһүҙә һәм Исраилда булғаныма ҡарамай, һин: „Был ике халыҡ, был ике ил минеке буласаҡ, мин уларға хужа буласаҡмын“, – тинең.


Инде Мин һиңә ҡәүемдәрҙең хурлауын ишеттермәм, ят халыҡтарҙың мәсхәрәһенә дусар булмаҫһың. Халҡыңды башҡаса абындырырға юл ҡуймаясаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.


Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.


«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.


Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти.


Быға ҡарап: «Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын.


Ливанға ҡылған золомоң үҙ башыңа төшөр, Ундағы йәнлектәрҙе ҡырған өсөн Һине дәһшәт солғап алыр. Һин кеше ҡанын ҡойҙоң, Илгә, ҡалаларға, уларҙа йәшәгәндәргә залимлыҡ иттең.


Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ, Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән, Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн, Һинең үҙеңде талаясаҡ.


Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр,


Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай; Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


Унда кешеләр йәшәр, уны башҡа бер ваҡытта ла харам ҡылмаҫтар һәм Йәрүсәлим имен-аман ғүмер итер.


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


«Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ. Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып, һинең Батшаң килә».


Пилатос ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны.


Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.


Шунан һуң мин күктән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте килде. Бына Уның Батшалығы килде, Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты! Көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.


Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора, көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә. Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуйыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ