Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 2:5 - Изге Яҙма

5 Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 2:5
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.


Ул сағында ярлының иң ярлыһы ла ашап туйыр, Хәйерселәр рәхәтләнеп йәшәр. Әммә һеҙҙең зат-зәүерҙе аслыҡтан ҡоротасаҡмын, Иҫән ҡалғандарығыҙ ҙа үлтерелер.


Әммә нисек тынысланһын, Раббы Үҙе уға әмер биргән, Ашҡылонға, диңгеҙ ярына ебәргән.


Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – пелештиҙәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, керетиҙәрҙе юҡ итәм, диңгеҙ буйында йәшәгәндәренең иҫән ҡалғандарын һәләк ҡылам.


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.


Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.


«Мин ҡәүемдәрҙе ҡырып ташланым, – ти Раббы. – Ҡәлғәләрен ҡолаттым, Урамдары буп-буш ҡалды, Улар аша үтеп йөрөүсе юҡ. Ҡалалары харабала ята, Әҙәми зат унда ҡалмаған.


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып, китеп барҙылар.


Алынасаҡ ерҙәр бына былар: пелештиҙәр йәшәгән бөтә төбәктәр һәм гешуриҙарҙың бөтә ерҙәре;


йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;


биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр.


Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ